+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
13 Сентябрь 2022, 08:25

Әсәлек капиталын тотоноу шарттары

Әсәлек капиталын физик берәмектәр хеҙмәттәренә ике шарт үтәлгән осраҡта ғына файҙаланырға мөмкин.

Әсәлек капиталын тотоноу шарттары
Әсәлек капиталын тотоноу шарттары

Әсәлек капиталын физик берәмектәр хеҙмәттәренә ике шарт үтәлгән осраҡта ғына файҙаланырға мөмкин.

Тәүгеһе - хеҙмәт күрһәтеүсенең шәхси эшҡыуар статусы булыуы. Үҙмәшғүл булып теркәлеү генә етмәй. Шуға күрә, мәҫәлән, һөнәри килемгә һалым түләп эшләгән шәхси репетитор хеҙмәттәренә аҡсаны тотонорға ярамай.

Икенсе шарт - эшҡыуарҙың белем биреү эшмәкәрлегенә дәүләт лицензияһы булыуы. Был шәхси мәктәптә йәки балалар баҡсаһында баланы уҡытыуға һәм ҡарауға тәғәйенләнгән аҡсаны тотоноуҙан тыш, уҡытыусы менән шәхси шөғөлләнгәндә, шулай уҡ бала ҡараусы яллағанда ла мотлаҡ.

Ғаиләләр өсөн эшҡыуарҙың хеҙмәттәренә түләү иһә белем биреү йәки тәрбиәләү буйынса әсәлек капиталын ғәҙәттәгесә тотоноуҙан бер нимәһе менән дә айырылмай тиерлек. Ата-әсәгә Пенсия фондына ике документ - ғариза һәм, хаҡтарҙы иҫәпкә алып, шәхси эшҡыуар менән төҙөлгән хеҙмәт килешеүе тапшырырға кәрәк. Документтар Пенсия фондының клиенттар менән эшләү хеҙмәттәрендә һәм Күп функциялы үҙәктә ҡабул ителә. Ғаризаны Рәсәй Пенсия фонды сайтында vk.cc/cfisUo йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" аша vk.cc/cfisX4 онлайн бирергә лә мөмкин.

Ғаризаға килешеүҙең төп нөсхәһен беркетергә кәрәк буласаҡ, сөнки Рәсәй Пенсия фондында, юғары уҡыу йортонан һәм мәктәптән айырмалы рәүештә, шәхси эшҡыуарҙың белем биреүгә килешеүҙәре хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Шәхси эшҡыуар сифатында теркәлеү һәм белем биреү эшмәкәрлегенә лицензияһының булыу-булмауын фонд белгестәре ведомство-ара килешеп эш итеү буйынса үҙаллы тикшерәсәк.

Әсәлек капиталын ата-әсә аҡса тәғәйенләнгән балаһы тыуғас та шәхси балалар баҡсаһына, бала ҡараусы хеҙмәтенә йәки мәктәпкәсә программалар буйынса уҡытыуға тотона ала. Аҡсаны төп һәм өҫтәмә белем биреү программалары буйынса балаға өс йәш тулғас файҙаланып була. Ике осраҡта ла аҡсаны ғаиләләге 25 йәшкә тиклемге һәр бала өсөн төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениеһында (балалар баҡсаһынан алып юғары уҡыу йортона тиклем) файҙаланырға мөмкин.

Һорауҙарығыҙ булһа, Рәсәй Пенсия фонды белгестәренә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ:
  Рәсәй Пенсия фондының берҙәм бәйләнеш үҙәге номеры аша: 8 (800) 600-00-00
  Башҡортостандағы бәйләнеш үҙәге номеры буйынса: 8 (800) 600-02-21
  Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһындағы клиенттар менән эшләү хеҙмәттәренә - адрестары һәм бәйләнеш телефондары ошонда: https://pfr.gov.ru/branches/bashkortostan/info/~0/7032
  түбәндәге һылтанма буйынса Пенсия фондының онлайн-ҡабул итеү бүлмәһенә: https://es.pfrf.ru/appeal
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: