

Ул «Һатып алыу эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү» темаһына арналды.
Сарала 19 муниципаль берәмек вәкилдәре, шул иҫәптән муниципаль район хакимиәте башлыҡтарының иҡтисад һәм муниципаль һатып алыуҙар мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫарҙары, Башҡортостан Республикаһының муниципаль заказсылары ҡатнашҡан.
"Семинар барышында Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре 2022 йылдың 7 айы өсөн һатып алыуҙар мониторингы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, шулай уҡ АТМО ярҙамсы системаһында бәләкәй һатып алыуҙар үткәреү этаптарын аңлатты. Дәүләт комитеты Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошо милли рейтингының «Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары менән дәүләт һәм муниципаль контракттар өлөшө» күрһәткесенә анализ яһаны", - тип яҙа үҙенең сайтында райондың “Таң” гәзите.