-4 °С
Ясно
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
5 Сентября 2022, 06:45

Программаны финанслау арта

"Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһына аҡса күләмен ике тапҡырға арттырыу күҙаллана. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Программаны финанслау артаПрограмманы финанслау арта
Программаны финанслау арта

"Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһына аҡса күләмен ике тапҡырға арттырыу күҙаллана. 

Киләһе йылда Өфөлә тағы ла 10 туристик мәғлүмәт үҙәге асыу күҙаллана, уларҙың бер өлөшө мобиль булыр тип планлаштырыла.

Республиканың туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев билдәләүенсә, Өфөлә экскурсия автобусы бик популяр, баш ҡаланың тарихи урындары буйлап йәйәү йөрөү ойошторолған.

Хәҙер республика туриндустрияһының туристарҙы йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәре күп, бының өсөн улар яңы продукттар тәҡдим итә белергә тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Туркомпанияларҙың вәкилдәре «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһын айырым билдәләне һәм республика етәксеһенә тармаҡҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Оло быуын вәкилдәре Башҡортостаныбыҙ менән таныша, күптәре хатта тәүге тапҡыр Өфөгә йәки Торатауға барып ҡайтты. Улар бик ҡәнәғәт», — тине туркомпаниялар етәкселәре.
Киләһе йылда «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы буйынса аҡса күләмен арттырыу планлаштырыла, был иһә өлкән йәштәге 20 мең яҡташыбыҙға республиканың гүзәллеген һәм күркәм урындарын күреп ҡайтырға мөмкинлек бирергә тейеш, тине Радий Хәбиров. Быйыл ошо программа буйынса квота 10 мең кеше тәшкил итә.
Ваҡиғалар туризмына күберәк иғтибар бүлергә һәм Стәрлетамаҡта «Сауҙагәр 2.0», «Бөрө алмаһы» кеүек ҡунаҡсыллыҡ фестивалдәрен, Бүздәк районында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивален уҙғарырға кәрәк, тип иҫәпләй республика етәксеһе.
Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын этаплап үҫтереү хаҡында ла һөйләне, быйыл шиханға менеү өсөн эко-баҫҡыс төҙөлөп бөтә, тау итәгендә таш музейын ойоштороу күҙаллана.
Өфө тирәләй йылға круиздарын үҫтереү ҙә мөһим маҡсаттарҙың береһе булып тора.

Автор:
Читайте нас