

Был һорауға аңлатманы Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәтенән бирәләр.
Юҡ, «янмай». Әгәр һеҙ ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында отпускыға сыға алмаһағыҙ, көндәр икенсе йылға күсерелә.
Әгәр ике йыл рәттән отпускыла булмаһағыҙ, законға ярашлы, эш биреүсе һеҙҙе ял итергә ебәрергә тейеш.
Әгәр хеҙмәткәр:
- 18 йәштән кесе;
- зарарлы производствола эшләй;
- хәүефле шарттарҙа эшләй икән хеҙмәткәрҙе ялға ебәреүҙән баш тарта алмайҙар.
Отпуск буйынса һорауҙар килеп тыуған осраҡта Башҡортостанда йәшәүселәр Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Оло граждандар урамы, 24.
Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 277-87-18
«Ҡыҙыу линия» телефоны: 8 (347) 277-87-02 ( эш көндәрендә, 9.00-18.00)
e-mail: gitrbpost@gmail.com.
онлайнинспекция.рф
#Аңлатабыҙ.Башҡортостан