+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Май продукцияһы экспорты арта

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда республикала май продукцияһы экспорты арта.

Май продукцияһы экспорты арта
Май продукцияһы экспорты арта

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда республикала май продукцияһы экспорты арта.

«БР-ҙа агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты» төбәк проекты сиктәрендә 2022 йылдың 7 айында Башҡортостандан 193,2 миллион долларлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы экспортланған.

Ни өсөн экспорт мөһим?

– тауар, эштәр һәм хеҙмәттәр етештереүгә этәргес бирә

– иҡтисадты үҫтереү һәм эске тулайым продукт үҫеше темптарын тиҙләтә

– илгә сит ил капиталын йәлеп итә

– бюджетҡа аҡса йыйыу сығанағы булып тора

– милли валютаның позицияларын нығыта

Әйтеүебеҙсә, май продукцияһы экспорты һиҙелерлек артҡан. Ул агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортының төп өлөшөн биләй. Башҡортостан предприятиелары 2022 йылдың ете айында сит илгә 147 млн АҠШ доллары күләмендә май продукцияһы һатҡан. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға күберәк. Башҡортостандың үҫемлек майы Иранға, Төркиәгә, Ҡытайға, Тажикстан һәм Белоруссияға оҙатыла.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: