+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Уңышлы проект өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса бирелә

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле проект өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса алырға мөмкин.

Уңышлы проект өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса бирелә
Уңышлы проект өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса бирелә

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле проект өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса алырға мөмкин.

Аҡсаға 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр дәғүә итә ала.

Башланғысты 22 авгусҡа тиклем «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының грант модулендә (grants.myrosmol.ru) тапшырырға кәрәк.

Номинациялар:

#мөмкинлектәр_булдыр - йәштәрҙең мәшғүллеген ойоштороуға, шул иҫәптән үҙ-үҙеңде эш менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән проекттар;

#мөхитте_үҫтер - бәләкәй биләмәләрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар;

#берләштер - мәҙәниәт-ара диалогҡа булышлыҡ итеүгә һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә йүнәлтелгән проекттар;

#яҡла - йәштәр араһында экстремизм һәм терроризм идеологияһына ҡаршы тороуға йүнәлтелгән проекттар;

#сиктәрҙе_юй - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эшләүгә йүнәлтелгән проекттар;

#тәбиғәтте_һаҡла - экологик аң-белем таратыуға йүнәлтелгән проекттар;

#берләшмәләрҙеалғаәйҙә - урта махсус белем биреү йорттарының студенттар берләшмәһенә булышлыҡ итеүгә һәм уны үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар;

#илһамландыр - ижади башланғыстарға булышлыҡ итеүгә һәм мәҙәни-белем биреү мөхитен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар;

#һаҡла - гражданлыҡ берҙәйлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеү һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар;

#илеңде_өйрән - туристар йәлеп итеүгә һәм йәштәр туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар;

#сәләмәт_бул - спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттар;

#онотма - тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар;

#иңмөһименһөйлә - йәштәр медиаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар;

#БЕҘБЕРГӘ - ирекмәнлекте үҫтереүгә һәм уға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән проекттар;

#Һиняңғыҙтүгел - йәштәр араһындағы кире күренештәрҙе иҫкәртеүгә һәм уларҙы социалләштереүгә йүнәлтелгән проекттар.

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Йәштәр проект офисында проект буйынса бушлай консультация алырға мөмкин.

Алдан яҙылыу өсөн ошонда мөрәжәғәт итегеҙ: vk.com/mporb, йәки 8 (347) 246-56-31 телефоны аша шылтыратығыҙ.

Тағы ла һеҙ социаль проектлау буйынса уҡый алаһығыҙ. «Росмолодежь академияһы. Гранттар» программаһы гранттар конкурсында ҡатнашыусыларға - социаль проектлау менән танышырға, ә тәжрибәлеләренә тема буйынса белемдәрен киңәйтергә мөмкинлек бирә. Тәүге этап - тест, унан һуң "Росмолодёжь" көнүҙәк видеокурс ойоштора.

Академия сайты:

https://academy.myrosmol.ru

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: