+10 °С
Ясно

Башҡортостан депутаттары көҙгө сессияла илленән ашыу закон ҡабул итергә планлаштыра

Башҡортостан парламенты депутаттары көҙгө сессияла илленән ашыу закон ҡабул итергә планлаштыра. Бушлай юридик ярҙам алыусылар исемлеген киңәйтеү, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы тәртибен раҫлау, геопарктарҙың хоҡуҡи статусын көйләүгә бәйле һәм башҡа ҡанун проекттары тикшереләсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан депутаттары көҙгө сессияла илленән ашыу закон ҡабул итергә планлаштыраБашҡортостан депутаттары көҙгө сессияла илленән ашыу закон ҡабул итергә планлаштыра
Башҡортостан депутаттары көҙгө сессияла илленән ашыу закон ҡабул итергә планлаштыра

Республика парламенты депутаттары көҙгө сессияла илленән ашыу яңы закон ҡабул итергә планлаштыра.

 

Бушлай юридик ярҙам алыусылар исемлеген киңәйтеү, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙең яңы тәртибен раҫлау, геопарктарҙың хоҡуҡи статусын көйләүгә бәйле ҡанун проекттары, шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә капиталь ремонт өсөн түләүҙәргә льготалар мәсьәләһе лә ҡараласаҡ. Әһәмиәтле закон проекттарының береһе Башҡортостандың Конституция советына ҡағыла. Яңы орган республика Конституция суды үҙгәртелгәндән һуң эш башлаясаҡ.

 

– Был яҡынса план ғына. Закон проекттарының һаны күпкә артыуы мөмкин. Иҡтисадҡа көнбайыш санкцияларының кире йоғонтоһон кәметеү ҙә иғтибар үҙәгендә буласаҡ,–  тип белдергән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас