+10 °С
Ясно

Радий Хәбиров Ирандың Рәсәйҙәге илсеһе Казем Джалали менән осрашты

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалали менән осрашты. Әңгәмәлә Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиков та ҡатнашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләрен, шул иҫәптән Ҡалмыҡстан ҡатнашлығында Каспий диңгеҙендә транспорт-логистик хаб булдырыуҙы тикшерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Ирандың Рәсәйҙәге илсеһе Казем Джалали менән осраштыРадий Хәбиров Ирандың Рәсәйҙәге илсеһе Казем Джалали менән осрашты
Радий Хәбиров Ирандың Рәсәйҙәге илсеһе Казем Джалали менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалали менән осрашты. Әңгәмәлә Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиков та ҡатнашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләрен, шул иҫәптән Ҡалмыҡстан ҡатнашлығында Каспий диңгеҙендә транспорт-логистик хаб булдырыуҙы тикшерҙе.

«21 апрелдә Мәскәүҙә һеҙҙең һәм Ирандың фән һәм технологиялар буйынса вице-президенты, Саттари әфәнде менән осраштыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Рәсәй төбәктәренең Иран менән фәнни-техник һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Киләһе көҙ бизнес-миссиябыҙҙы Тегеранға йүнәлтергә ниәтләйбеҙ. Рәсәй һәм Иран халҡы именлегенә дуҫлашыу, ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн иң яҡшы ваҡыт етте тип иҫәпләйем».

Иран Ислам Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Башҡортостан етәкселегенә осрашыуҙы ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Беҙ Рәсәй төбәктәренә йөрөйбөҙ, Ҡалмыҡстанға барып ҡайттыҡ, даими рәүештә Мәскәүҙә осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Бында, Башҡортостанда, изге күңелле, алсаҡ һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй, – тине Казем Джалали. – Рәсәй һәм Иран араһындағы мөнәсәбәттәр тауар әйләнешен үҫтереүҙең яңы фазаһына инә. Беҙҙең делегация Башҡортостандың бер нисә агросәнәғәт һәм ағас эшкәртеү предприятиеларына барырға йыйына. Һеҙҙең республика менән сауҙа мөнәсәбәттәренең ҡеүтәе бөтмәгән, ә беҙҙең осрашыу ике яҡлы бәйләнештәрҙе уңышлы үҫтереү өсөн стимул булып торор тип ышанам».

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-08-01/radiy-habirov-provel-vstrechu-s-poslom-irana-v-rossii-kazemom-dzhalali-2894966

 
Автор:
Читайте нас