+14 °С
Облачно

Иран илсеһе менән осрашыу үтте

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалили менән осрашыу үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иран илсеһе менән осрашыу үттеИран илсеһе менән осрашыу үтте
Иран илсеһе менән осрашыу үтте

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалили менән осрашыу үткәрҙе.

Һөйләшеүҙәрҙә шулай уҡ Ҡалмыҡ Республикаһы Башлығы Бату Хасиков та ҡатнашты, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Яҡтар хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында фекер алышты.

“21 апрелдә Мәскәүҙә Иран Ислам Республикаһының фән һәм технологиялар буйынса вице-президенты Сорена Саттари менән осрашҡайныҡ. Рәсәй төбәктәре Иран менән ғилми-техник һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу яғында. Көҙгөһөн Башҡортостандың рәсми делегацияһының Иранға сәфәрен планлаштырабыҙ”, - тип билдәләне Радий Хәбиров һөйләшеү барышында.

Автор:
Читайте нас