-2 °С
Облачно

Аттар парады үтте

"Башҡорт аты" фестивалендә  аттар парады үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аттар парады үттеАттар парады үтте
Аттар парады үтте

"Башҡорт аты" фестивалендә  аттар парады үтте.

Унда Башҡортостандан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Дағыстан, Ҡалмыҡ, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха (Яҡут), Татарстан Республикаларынан, күрше Силәбе, Рязань, Пермь, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан 500-гә яҡын атлы ҡатнашты.

"Төньяҡ амурҙары", Шайморатов һәм Доставалов  исемендәге батальондарҙың флагтарын күтәреп килгән атлылар парады барыһын да һоҡландырҙы. Элек-электән башҡорт аты - халҡыбыҙҙың яҡын дуҫы, яуҙашы булған. Халҡыбыҙҙы атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Бөгөн дә ул ауыл хужалығында, спорт ярыштарында ҡулланыла, ҡымыҙ яһау, ит етештереү өсөн файҙаланыла. Ә бөгөнгө тамаша йәнә бер тапҡыр башҡорт атын бөтә илгә танытты, уның бар асылын һәм булмышын күрһәтте.

Автор:
Читайте нас