0 °С
Облачно

Тәүлек эсендә ковид 63 ауырыуҙа раҫланған

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала һуңғы тәүлектә коронавирус 63 ауырыуҙа асыҡланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүлек эсендә ковид 63 ауырыуҙа раҫланғанТәүлек эсендә ковид 63 ауырыуҙа раҫланған
Тәүлек эсендә ковид 63 ауырыуҙа раҫланған

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала һуңғы тәүлектә коронавирус 63 ауырыуҙа асыҡланған.

Ковид йоҡторған 96 сырхау дауаханала ята, шуларҙың 67-һе – 60 йәштән олораҡ. 20 сирленең хәле ауыр, дүртәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.

Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 300, 90-ы – өлкән йәштәге кешеләр.

Үткән тәүлектә зәһәр вирустан 45 кеше һауыҡҡан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙаҡҡы 24 сәғәттә коронавирустан йәнә бер ғүмер өҙөлгән. Кисә иһә ике ауырыу вафат булған, өсөнсө көн шулай уҡ ике яҡташыбыҙ донъя ҡуйған.

Тәүлек эсендә 13 ауырыуҙа дауахананан тыш пневмония раҫланған, унан сәләмәтләнгән 17 кеше стационарҙан сыҡҡан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас