

Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы санкциялары көсәйгән һайын, Иран кеүек илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу яңы төҫ ала. Рәсәй Президенты эргәһендәге Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле, премьер- министр урынбаҫары Сергей Греков төрлө ведомство етәкселәре менән берлектә, Тамин нефетегаз һәм Tappiko нефтехимия инвестиция компанияһы целлюлоз холдингының Иран вәкилдәре, республика ағас эшкәртеү сәнәғәте һәм целлюлоза- ҡағыҙ етештереү компаниялары менән һөйләшеүҙәр алып барҙы.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлек буйынса министр урынбаҫары Лена Изотова белдереүенсә, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Иран Башҡортостандың тышҡы тауар әйләнешендә 10- сы урында тора. Экспорт башлыса аҙыҡ- түлек тауарҙары, сеймалдан тора, шулай уҡ органик булмаған химия, ағас, целлюлоза- ҡағыҙ әйберҙәр ҙә бар.
Иран делегацияһы яғынан Таppiko директорҙар советы ағзаһы Ахмад Роканабди сығыш яһаны. Иран вәкилдәре республиканың ағас эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы юғары баһаланы һәм урман сәнәғәте комплексы продукцияһын һатып алыуҙа ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.