

“Незыгарь” телеграм-каналы ошо көндәрҙә баҫтырған “Рәсәй субъекттарының халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге: Көнсығышҡа әйләнеш” докладына нигеҙләнеп, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы инвестициялар көнсығыштан киләсәк, тигән һығымта яһай.
Рәсәй бөгөн санкциялар баҫымы шарттарында йәшәй. Башҡортостан 2018 йылдан башлап БДБ илдәре һәм Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә. Нефть эшкәртеү комплексы, автопром, машина эшләү һәм башҡа тармаҡтар өсөн продукция етештереүҙе яйға һалыу ғына түгел, ә был өлкәләргә Һиндостан, АҠШ, Беларусь, Төркмәнстан, Европа илдәрен һәм башҡа дәүләттәр компанияларын йәлеп итә алды.
Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар төбәк етәкселәрен иҡтисади эшмәкәрлеккә башҡаса ҡарарға мәжбүр итте. Был йәһәттән Көнсығыш партнерҙар, шул иҫәптән яҡын сит илдәр менән хеҙмәттәшлек ҙур потенциалға эйә. Төбәктәрҙе сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса төркөмдәргә бүлеп, аналитиктар Башҡортостанды (Түбәнге Новгород, Свердловск өлкәләре һәм башҡа ҡайһы бер төбәктәр менән бер рәттән) был өлкәлә иң әүҙемдәр исемлегенә индерә. Бындай стратегия иҡтисади яҡтан көслө, сит ил партнерҙары менән мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙың бай тарихи булған субъекттар өсөн хас. Бынан тыш, уңыш әлеге төбәктәрҙең башлыҡтары эйә булған етди лоббистик мөмкинлектәргә лә бәйле.
2020 йылда, мәҫәлән, Башҡортостандың рәсми делегацияһы ун тапҡыр сит илдәргә эш сәфәре менән барған, 2021 йылда – 17, ағымдағы йылда - 17 тапҡыр.
Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү, шулай уҡ инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн халыҡ-ара форумдарҙа әүҙем ҡатнаша. Атап әйткәндә, Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы 15-18 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ғына ла 31 килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан бәйләнештәрҙе тергеҙеп, башҡа төбәктәр менән бәйләнеште нығыта. Шул уҡ Петербург иҡтисади форумы майҙансығында Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмуртия һәм Пермь крайы биләмәһендә Евразия иҡтисади үҙәген төҙөү тураһындағы меморандурға ҡул ҡуйыу әһәмиәтле ваҡиға булды. Ул дөйөм хаҡы 100 миллиард һумдан ашыу 70 проектты берләштерергә мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте төбәктең сәнәғәт үҫеше темпын йылына 10 процентҡа тиклем еткереү бурысын ҡуйҙы. Уға ағымдағы йылдың беренсе кварталында уҡ өлгәшелгән – үҫеш индексы уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 110,1 процент тәшкил иткән. Был - уртаса Рәсәй күрһәткесенән ике тапҡырға тиерлек юғары.