+12 °С
Облачно


Берләшкән Ғәрәп Әмирлегендә башҡорт балын һатҡан өс магазин асылды, тип хәбәр итәләр республика Хөкүмәтенән.
AL AGRO LLC компанияһы тағы шундай ике сауҙа нөктәһе булдырырға ниәт тота. Компанияның был проекты Рәсәйҙә етештерелгән экологик яҡтан таҙа ризыҡ һатыуҙың тотороҡло каналын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. 2030 йылға Яҡын Көнсығышта ошондай бер меңгә яҡын магазин асыу күҙаллана.