

Башҡортостанда Минск автомобиль заводының йөк ташыу өсөн махсус техникаһы етештереләсәк. Был хаҡта «Иннопром-2022» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә эшлекле һөйләшеүҙәр булды.
Цехтар республиканың сәнәғәт технопарктарының береһендә йәки өҫтөнлөклө зона биләмәһендә, мәҫәлән, Туймазының «Мастер» промтехнопаркында йәки «ПромҮҙәк» индустриаль паркында асыласаҡ.
«Производствоны ике этапта ойоштороу күҙ уңында тотола. Белоруссия партнерҙары йылына 1000-гә тиклем йөк автомобиле етештергән берлектәге предприятие төҙөү мөмкинлеген ҡарарға әҙер», — тигән Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, яңы предприятие мөлкәткә һалым түләүҙән азат ителә, шулай уҡ килемгә һалымдың түбән ставкаһына, ҡуртым буйынса льготаларға иҫәп тота ала.
«Шулай уҡ инвестор, Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы, ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға биреү мөмкинлегенә эйә була», — тип билдәләгән Александр Шельдяев.
Фото:Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан.