-2 °С
Облачно

Сәнәғәт етештереүе индексы арта

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урын алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәнәғәт етештереүе индексы артаСәнәғәт етештереүе индексы арта
Сәнәғәт етештереүе индексы арта

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урын алды.

Республикабыҙ автомобиль бензины, аш һәм кальцийлы сода, табаҡлы быяла, автомобиль тағылмалары, ярымтағылмалар һәм башҡа төрлө продукция етештереүҙә Рәсәй субъекттары араһында лидер булып тора.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент тәшкил иткән. Был күрһәткес 2022 йылдың биш айында 106,2 процент булған һәм ул Рәсәй буйынса уртаса һандарҙан 3,4 процентҡа юғарыраҡ. Йыл башынан алып 996 миллиард һумлыҡ продукция етештерелгән һәм хеҙмәт күрһәтелгән. Иҡтисади эшмәкәрлектең 29 сәнәғәт төрөнән 20-һенең етештереү күләме үҫеше тәьмин ителгән.

Республикала 12 индустриаль һәм 18 сәнәғәт паркы теркәлгән. Ғәмәлдәге индустриаль парктарҙа һәм технопарктарҙа 30 меңдән ашыу эш урыны булдырылған, уларҙа 168 резидент эшмәкәрлек алып бара.

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Екатеринбургта 4 июлдә асылған "Иннопром-2022" халыҡ-ара күргәҙмә эше барышында белдерҙе.

Автор:
Читайте нас