+6 °С
Ясно

Радий Хәбиров Башҡортостандың иҡтисади уңыштарына ҡатнашы булғандарҙы бүләкләргә ҡушты

«Беҙ йәнә уңышҡа өлгәштек. Был юғары күрһәткес. Хөкүмәт ағзаларына, муниципалитет башлыҡтарына, ведомство хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм. Команда яҡшы эшләне», — тип белдергән республика етәксеһе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Башҡортостандың иҡтисади уңыштарына ҡатнашы булғандарҙы бүләкләргә ҡуштыРадий Хәбиров Башҡортостандың иҡтисади уңыштарына ҡатнашы булғандарҙы бүләкләргә ҡушты
Радий Хәбиров Башҡортостандың иҡтисади уңыштарына ҡатнашы булғандарҙы бүләкләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә эше республикаға сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында икенсе тапҡыр беренсе урын яуларға мөмкинлек биргән хеҙмәткәрҙәр өсөн награда документтарын әҙерләргә ҡушты.

«Беҙ йәнә уңышҡа өлгәштек. Был юғары күрһәткес. Хөкүмәт ағзаларына, муниципалитет башлыҡтарына, ведомство хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм. Команда яҡшы эшләне», — тип белдергән республика етәксеһе.

Ғинуар-май айҙарында республикала сәнәғәт етештереүе индексы — 106,2% (дөйөм Рәсәй күрһәткесе — 102,8%), Волга буйы федераль округында 102% тәшкил иткән, тип билдәләне ул.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-07-05/radiy-habirov-rasporyadilsya-nagradit-vseh-prichastnyh-k-ekonomicheskim-uspeham-bashkirii-2863672

Автор:
Читайте нас