

Кисә үткән республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһының яңы етәксеһе менән таныштырҙы.
Был яуаплы вазифаға быға тиклем Сибай ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән Азамат Мырҙағәле улы Юлдашбаев тәғәйләнгән.
“Сибайға етәксе кандидатураһын бик ентекле һайланыҡ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Сөнки Сибай урындағы үҙидара башлыҡтарын, Урал аръяғы муниципалитеттарын берләштереп тора.
Шуға мин Сибай ҡала Советы депутаттарына рәхмәт әйткем килә. Улар 25 июндә был мәсьәләне ҡараны һәм ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Азамат Мырҙағәле улы Юлдашбаевты раҫланы.
Азамат Мырҙағәле улы, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ. Был һеҙҙең өсөн үтә ҙур яуаплылыҡ. Беҙҙе лә, ҡала Советын да, ҡала халҡын да уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмағыҙ. Сибай үҫешә, ошо эште дауам итерһегеҙ, тип ышанам. Ә беҙ ярҙам итербеҙ. Уңыштар һеҙгә”, - тип фәтиха бирҙе Радий Фәрит улы.