

Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Бөрйән районына барҙы. Оҙаҡламай төбәктә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы сафҡа индереләсәк.
Билдәле булыуынса, “Шүлгәнташ” музей комплексын сафҡа индереү июль айына планлаштырылған. Ул Рәсәйҙә палеолит быуатының мәмерйә кешеләренең сәнғәтен сағылдырыусы берҙән- бер музей булып һанала. Комплекстың экспозицияһы ете тематик блокты үҙ эсенә алған. Иң сағыу экспонаттарҙың береһе- боронғо мәмерйәләге сәнғәттең тура күсермәһе буласаҡ. Уны Францияның Монтиньякеһында ярты йыл дауамында сит ил рәссам- реставраторҙары эшләнгән.
Шүлгәнташ мәмерйәһе археологияның уникаль һәйкәле булып һанала. Унда таш быуатынан һаҡланып ҡалған боронғо һүрәттәр урын алған.