+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан — Рәсәй Президенты гранттары конкурсында еңеүсе

Башҡортостан Мәскәү һәм Санкт-Петербург менән бергә Рәсәй Президенты гранттары конкурсы еңеүселәре исемлеген етәкләй. Ике баш ҡаланан тыш, республикабыҙҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 148 грант отто һәм 160 миллион һумға яҡын аҡса алды, тип хәбәр иткән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башҡортостан — Рәсәй Президенты гранттары конкурсында еңеүсе
Башҡортостан — Рәсәй Президенты гранттары конкурсында еңеүсе

Башҡортостан Мәскәү һәм Санкт-Петербург менән бергә Рәсәй Президенты гранттары конкурсы еңеүселәре исемлеген етәкләй. Ике баш ҡаланан тыш, республикабыҙҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 148 грант отто һәм 160 миллион һумға яҡын аҡса алды, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Президент гранттары фонды конкурсында беҙ һәр саҡ ҙур сумма отабыҙ, әммә быйыл  айырыуса ныҡ тырыштыҡ. Дөйөм алғанда, республиканан 1097 заявка тапшырылғайны. Уларҙың һәр етенсеһе финанслау алды. Араларында «Йәш этнополитолог мәктәбе» кеүек ҡиммәтле (7,9 миллион һум) һәм бюджет проекттары бар, мәҫәлән, «Әсә һәм бала. Мәктәпкә әҙерлек сиктәрендә ҡоро ерҙә һәм һыуҙа дәрестәр ярҙамында 6-7 йәшлек балаларҙа сколиозды иҫкәртеү (195 мең һум)», — тип яҙған республика етәксеһе.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, быйыл, Өфөнән тыш, Ғафури районы һәм Сибай үҙенең сифатлы проекттары менән ҡыуандырҙы.

«Әле кемдәр федераль грант конкурстарында үҙ көсөн һынап ҡарамаған, уларға Президентские гранты.рф сайтын өйрәнергә кәңәш бирәм. Йәмғиәт өсөн изге һәм файҙалы эштәр өсөн аҡса һорарға оялмағыҙ – фондтар шуның өсөн кәрәк тә инде. Сентябрҙә йәнә ғариза тапшырыу кампанияһы асыла. Шуға күрә тәүәккәл булығыҙ», — тигән Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-21/bashkiriya-vmeste-s-moskvoy-i-piterom-vozglavila-spisok-pobediteley-konkursa-grantov-prezidenta-rossii-2848793

Автор:
Читайте нас в