+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хәүефле сервистарҙан абай бул

Социаль селтәрҙәрҙә VPN-сервистар менән файҙаланыу телефонда һәм компьютерҙа һаҡланған шәхси мәғлүмәттәр өсөн  хәүефле ти белгестәр. Һуңғы айҙа Рәсәйҙә  ҡайһы бер селтәрҙәрҙе файҙаланыуҙа сикләү индерелеү сәбәпле кешеләр ошо сервис менән әүҙем ҡуллана башланы.  Баҡ тиһәң, ул бөтөнләй зарарһыҙ түгел.

  Gyber ART  ГK Innostage киберхәүеф үҙәге етәксеһе Антон Кузьмин әйтеүенсә, VPN-сервистарҙы һәр ваҡыт эшләтеп ҡуйыу хәүефле. Был программаны ҡайһы бер ҡушымталарҙың  эшмәкәрлеге өсөн генә  файҙаланыу зарур. Башҡа осраҡтарҙа уны һүндерелгән көйө тотоу мотлаҡ. Сөнки телефон йә компьютерҙа банк операцияларын үткәргәндә, шәхси почта, дәүләт һәм муниципаль ресурстар менән файҙаланғанда ундағы мәғлүмәттәрҙең ситкә китеү ҡурҡынысы ҙур.

VPN-сервистарҙа төрлө илдәрҙә хакерҙар ултырыуын да оноторға ярамай.   Мәҫәлән ошо сервис Ҡытайҙа тыйылған булһа ла, уның яртыһы был илдән килә.  Күптәр уны мобиль платформалар, ә һуңынан компьютер өсөн файҙалана. Был сервистарҙың түләүле варианты күпкә ышаныслыраҡ, әммә эксперттар бында ла шәхси мәғлүмәттәр ситкә китмәй тигән гарантия бирә алмай.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в