-3 °С
Облачно

Башҡортостан Башлығы Шишмә районында «Авангард» уҡытыу-методика үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашҡан

 Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Авангард» уҡытыу-методика үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһенең «Башҡортостан Республикаһының 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше буйынса стратегик йүнәлештәр тураһында»ғы указына ярашлы, парк булдырыу йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбенә ингән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы Шишмә районында «Авангард» уҡытыу-методика үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашҡанБашҡортостан Башлығы Шишмә районында «Авангард» уҡытыу-методика үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашҡан
Башҡортостан Башлығы Шишмә районында «Авангард» уҡытыу-методика үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашҡан

 Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Авангард» уҡытыу-методика үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһенең «Башҡортостан Республикаһының 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше буйынса стратегик йүнәлештәр тураһында»ғы указына ярашлы, парк булдырыу йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбенә ингән. Унда хәрби сборҙарға уҡыусыларҙы ҡабул итеү буйынса 2022 йылға бишәр көнлөк 19 смена графигы төҙөлгән. Шулай уҡ үҙәктә хәрби-патриотик клубтарҙа шөғөлләнеүсе 14-18 йәшлек үҫмерҙәр өсөн 12 көнлөк сменалар ойоштороласаҡ.

Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдың майында Радий Хәбиров йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү буйынса «Авангард» уҡытыу-методик үҙәктәрен ойоштороу мәсьәләһе буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашҡайны. Уны Рәсәйҙең Оборона министры Сергей Шойгу алып барҙы. Ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, 2024 йылға бөтә төбәктәрҙә лә ошондай үҙәктәр асылырға тейеш.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы курсанттарҙы һәм «Авангард» үҙәге уҡытыусыларын мөһим ваҡиға менән ҡотлаған.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас