+4 °С
Облачно


26 майҙа Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы 3 процент пунктына тиклем кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Шулай итеп, хәҙер ул - 11 процент.
«Һуңғы аҙналағы мәғлүмәттәр ағымдағы хаҡтар үҫеше темпының һиҙелерлек аҡрынайыуын күрһәтә. Апрелдә йыллыҡ инфляция 17,8% етһә, 20 майға ҡарата баһалау буйынса, Рәсәй банкының апрелдәге фаразынан тиҙерәк кәмеп, 17,5 процентҡа аҡрынайҙы», — тиелә банк белдереүендә.