+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Республикала 233 IT-белгес хәрби хеҙмәтте кисектереү тураһында ғариза биргән

Бындай ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урында килә. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итте.

Республикала 233 IT-белгес хәрби хеҙмәтте кисектереү тураһында ғариза биргән
Республикала 233 IT-белгес хәрби хеҙмәтте кисектереү тураһында ғариза биргән

Бындай ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урында килә. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итте. Ғаризаларҙы ҡарау 1 июндән һуң башланасаҡ. Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, бындай сара йәш белгестәргә эш урынын һаҡларға һәм һөнәри эшмәкәрлеген дауам итергә ярҙам итәсәк. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы Хәрби көстәрҙә хеҙмәт итеүҙе кисектереү хоҡуғы менән юғары белемле, IT-компанияларҙа бер йылдан ашыу эшләгән 18–27 йәштәге белгестәр файҙалана ала. Әлеге көндә Рәсәй буйынса бөтәһе 8,7 мең ғариза тапшырылған. Белгестәргә уртаса – 24 йәш.

Фото: Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығының рәсми сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: