+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар – 2022» XXX Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асыла

24–27 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһының ВДНХ ЭКСПО майҙанында «Газ. Нефть. Технологиялар» XXX Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы үтәсәк.  

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар – 2022» XXX Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асыла
Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар – 2022» XXX Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы асыла

24–27 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһының ВДНХ ЭКСПО майҙанында «Газ. Нефть. Технологиялар» XXX Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы үтәсәк.

Форум барышында халыҡ-ара конференцияларынан алып төрлө кимәлдәге 45 эшлекле сара үткәреү ҡаралған.  Дүрт көн дауамында ҡатнашыусылар нефть, газ тармағында өр-яңы технологиялар менән таныштырасаҡ. Барлығы күргәҙмәлә Рәсәйҙең 35 төбәгенән, Белоруссия, Үзбәкстан, Әзербайжан, Монголия һәм Башҡортостан компанияһы вәкилдәре ҡатнаша, сараға 20 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә. Форум һәм күргәҙмә – илдең иң киң һөнәри майҙансығы –быйыл күп һанлы ойошмаларҙы берләштерәсәк. 13 тармаҡ берекмәһе, 21 ғилми ойошма, 250 компания күргәҙмә экспозицияһында үҙ эштәрен тәҡдим итәсәк, шуларҙың 45-е әлеге сарала тәүгә ҡатнаша.

— Форум сиктәрендә республика предприятиеларында етештерелгән продукция иҫәбен киңәйтеү, уларҙың етештереү ҡеүәтен арттырыу һәм башҡаларға тәҡдим итеү маҡсаты ҡаралған. Нефть һәм газ тармағы илебеҙҙең сәнәғәт, иҡтисади һәм интеллектуаль потенциалын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Был өлкәлә тупланған тәжрибәне һаҡлау һәм үҫтереү, сит илдәрҙең сәнәғәт тауарҙарын тулыһынса алмаштырыу бурысы тора, — тине Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шелдяев.

Экспозиция ябыҡ бүлмәләрҙә генә түгел, ә асыҡ һауала ла ойоштороласаҡ, унда нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү өсөн махсус ҡорамалдар урын аласаҡ. Форум сиктәрендә стратегик үҫеш буйынса фекер алышыу сессиялары, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар уҙғарыла, нефть һәм газ сәнәғәтенең төп үҫеш тенденциялары ҡараласаҡ. Башҡортостан етештереүселәре сит ил компаниялары менән килешеү төҙөр, тип тә күҙаллана.

Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса теркәлегеҙ: https://ufabvkexpo.ru/meropriyatiya/30-ya-yubilejnaya-mezhdunarodnaya-vystavka-forum-gaz-neft-tehnologii-2022

Фото: ВДНХ ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәге сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: