+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аграрийҙарға 9,5 миллирад һумлыҡ льготалы кредит бирелә

Һөт заводтары һәм һөт эшкәртеү менән шөғөлләнгән бәләкәй предприятиелар, шулай уҡ ит комбинаттары, ит сеймалын эшкәрткән предприятиелар льготалы кредит менән файҙалана ала.

Аграрийҙарға 9,5 миллирад һумлыҡ льготалы кредит бирелә
Аграрийҙарға 9,5 миллирад һумлыҡ льготалы кредит бирелә

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан аграрийҙарының дөйөм суммаһы 9,5 миллирад һумлыҡ льготалы кредитҡа 298 ғаризаһын хуплаған.  Шулай итеп, республика ауыл хужалығы предприятиеларының льготалы кредитҡа ихтыяжы тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде. Аграрийҙарҙың әүҙем рәүештә яңы техника һатып алыуы һөҙөмтәһендә республикала, ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, сәсеү кампанияһы уңышлы бара, Башҡортостанда сәсеү күрһәткесе тәүлегенә 130 мең гектарға тиклем артҡан.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас: