-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

 Башҡортостан Республикаһына мәктәп туризмын үҫтереүгә 55 млн һум бирелә

 Башҡортостан Республикаһына мәктәп туризмын үҫтереүгә 55 млн һум аҡса биреләсәк.  Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» дәүләт проекты сиктәрендә «Социаль өлкәлә дәүләт (муниципаль) социаль заказы тураһында» Федераль законды һынауҙа ҡатнаша. Был яңы программа уҡыусылар өсөн туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Башҡортостан Республикаһына мәктәп туризмын үҫтереүгә 55 млн һум бирелә
 Башҡортостан Республикаһына мәктәп туризмын үҫтереүгә 55 млн һум бирелә

 Башҡортостан Республикаһына мәктәп туризмын үҫтереүгә 55 млн һум субсидия биреләсәк.  Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» дәүләт проекты сиктәрендә «Социаль өлкәлә дәүләт (муниципаль) социаль заказы тураһында» Федераль законды һынауҙа ҡатнаша. Яңы программа уҡыусылар өсөн туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

–  Туризм индустрияһының яңы тармағы социаль әһәмиәткә эйә булыуҙан тыш, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итергә мөмкинлек бирә, республикала туризмды үҫтереү һәм урындағы инвестицион мөхитте  яҡшыртыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ярҙам итә, – тине Башҡортстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Лира Иғтисамова.

Балаларҙың туристик сәфәрен ойоштороу өсөн туристлыҡ операторҙарына дәүләт ярҙамы булдырыласаҡ, был үҙ сиратында уларҙың эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдерергә, эске туризмды популярлаштырырға мөмкинлек бирәсәк.
 

  Республика буйынса 5–9-сы класс  уҡыусыларының 11,1 меңен турҙарға йәлеп итеү күҙ уңында тотола. "Ростуризм" талаптары буйынса,   турҙың бер кешегә иҫәпләнгән хаҡы  – 7 мең һумдан, турҙың ваҡыты бер тәүлектән кәм булмаҫҡа тейеш. Был маҡсатҡа Федераль ҡаҙнанан бүленгән 55 млн һумға  республика бюджетынан тағы ла 22 млн һум өҫтәләсәк.

Фото: "Башинформ"дан.

 

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: