-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Стадион яңыра

Асҡында ял итеү урынында һәм спорт майҙансығында төҙөкләндереү эштәре башланды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Стадион яңыра
Стадион яңыра

Асҡында ял итеү урынында һәм спорт майҙансығында төҙөкләндереү эштәре башланды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 Бында трибуна ҡуйыу, газон, футбол ҡапҡалары, резина япмалы йүгереү юлы булдырыу, яҡтыртыу ҡарала. “Асҡын” подряд ойошмаһы Сергей Шаравьев әйтеүенсә, объектта эштәр киләһе йылдың йәйендә тамамлана.

2021 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре алып барыласаҡ проектты асҡындар үҙҙәре һайлаған. Уның өсөн 2620 кеше тауыш биргән. Проектты тормошҡа ашырыуға 9,5 миллион һум аҡса бүленгән, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Асҡын районы быйыл да төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт урындарын һайлау  конкурсында ҡатнаша. Пионер урамындағы майҙанды төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү бара.

Фото – БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: