-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Республика аграрийҙары сәсеүҙе башлаған

 Әлеге көндә ҡайһы район яҙғы сәсеү буйынса алдынғылыҡты бирмәй?

Республика аграрийҙары сәсеүҙе башлаған
Республика аграрийҙары сәсеүҙе башлаған

Республика баҫыуҙарында аграрийҙар дым ҡаплатыуҙы тамамлай, 39 районда хужалыҡтар сәсеүгә төштө, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Аграр ведомствола билдәләүҙәренсә, яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле. Баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу эштәре тамамлана. Әлеге ваҡытта был агротехнологик операция 887 мең гектар майҙанда башҡарылған (планға ҡарата 77 процент).

Башҡортостандың 39 районында хужалыҡтар яҙғы культуралар сәсеүгә төшкән. Быйыл республикала бөтәһе 2,170 миллион гектар майҙанда яҙғы культуралар сәсергә кәрәк. Аграрийҙар бөгөнгә 121,7 мең гектарҙа сәскән (6 процент тирәһе).

Ауырғазы районы яҙғы сәсеү буйынса алдынғылыҡты бирмәй (14,5 мең гектар). Мәләүез һәм Ҡырмыҫҡалы райондары аграрийҙары ла һәйбәт темп күрһәтә (14,4 һәм 11,1 мең гектар).

Ауыл эшсәндәре әлегә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәсә, ләкин ҡайһы бер райондарҙа майлы культураларҙы һәм шәкәр сөгөлдөрөн ултыртыу башланды ла инде.

Фото "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас: