+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теленең төнъяҡ- көнбайыш диалектында ла диктант әүҙем яҙылған

Өфөнөң күп тармаҡлы профессиональ колледжында диктантты башҡорттарҙың төнъяҡ- көнбайыш ырыуҙары вәкилдәре яҙған. Унда Асҡын, Яңауыл, Илеш, Бүздәк, Борай, Дүртөйлө, Кушнаренко райондары вәкилдәре әүҙем ҡатнашҡан.

Халыҡ- ара диктант яҙыусылар араһында төнъяҡ- көнбайыш диалектына ҡараған ырыуҙың сағыу вәкилдәре Альберт Исмаил, Филүс Беркет, Рида Фәхрисламова, Рәсил Мөхәмәтйәнов һәм тағы 70 кеше әүҙем ҡатнашҡан. Уларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исполкомы рәйесе Юлдаш Йосопов сәләмләп, был эш үткән быуаттың 50 йылдарынан алып барылды тип билдәләне.

  • Бөгөнгө йәмәғәтселәр быуыны был һорауҙы юғары кимәлгә сығара алғанына бик шатмын. Тел үҫергә һәм беҙҙең тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әйләнергә тейеш, - тине ул.

Халыҡ- ара диктант менән бергә төнъяҡ- көнбайыш ырыуҙары өсөн “ Төнъяҡ- көнбайыш диалектын һаҡлау һәм популярлаштырыу” темаһына стратегик сессия ла үтте. Унда 9 ырыу вәкилдәре ҡатнашты - уран, балыҡсы, елдәк, канглы, гирәй, кыргыҙ, танып һәм башҡалар.

Башҡорт теленән халыҡ –ара диктантты шулай уҡ Асҡын районында – 100, Тәтешле, Яңыуылда – 40 – р кеше, Бүздәк, Краснокама, Ҡариҙел райондарында ла, Пермь крайында- 200 кеше яҙған. Дөйөм алғанда ла ситтә йәшәүсе башҡорттарҙан Силәбе өлкәһендә – 1200, Ырымбурҙа- 300, Свердлов өлкәһендә -70 кеше туған телдән диктантта ҡатнашҡан.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: