+4 °С
Облачно

Ғәмәлдән сыҡҡан водитель танытмаһы өс йылға оҙайтыла

Яңы тәртип кемдәргә ҡағыла?

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғәмәлдән сыҡҡан водитель танытмаһы өс йылға оҙайтылаҒәмәлдән сыҡҡан водитель танытмаһы өс йылға оҙайтыла
Ғәмәлдән сыҡҡан водитель танытмаһы өс йылға оҙайтыла

Срогы сыҡҡан  водитель танытмаһының ғәмәлдәге көсө өс йылға оҙайтыла. Ошо хаҡтағы Ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Бының өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, мәғлүмәттәр базаһында ул автоматик рәүештә яңыртыласаҡ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре элекке водитель танытмаларын ҡабул итәсәк һәм, мохтажлыҡ тыуғанда, тикшерәсәк.   

Яңы тәртип тик 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдән сыҡҡан водитель таныҡлыҡтарына ғына ҡағыла һәм санкциялар шарттарында транспорт тармағына, граждандарға һәм бизнесҡа административ көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатын күҙалай. Һүҙ биш миллион самаһы водитель танытмаһы хаҡында бара.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас