-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сәғүд Ғәрәбстанына хажға барыусыларҙы "Өфө" аэропортынан ебәреүҙәре мөмкин

Федераль һауа транспорты агентлығы мосолмандарҙы бер нисә ҡаланан, шул иҫәптән Өфөнән хажға ебәреүҙе күҙ уңында тота. 

Сәғүд Ғәрәбстанына хажға барыусыларҙы "Өфө" аэропортынан ебәреүҙәре мөмкин
Сәғүд Ғәрәбстанына хажға барыусыларҙы "Өфө" аэропортынан ебәреүҙәре мөмкин

Федераль һауа транспорты агентлығы мосолмандарҙы бер нисә ҡаланан, шул иҫәптән Өфөнән хажға ебәреүҙе күҙ уңында тота. 2022 йылда Сәғүд Ғәрәбстанына авиаташыуҙарҙы ойоштороу буйынса кәңәшмә уҙғарылған.

Рәсәйҙең Хаж-миссияһы, Федерация Советы, Рәсәй төбәктәре, туроператорҙар һәм авиакомпаниялар вәкилдәре Мәскәү, Махачкала, Грозный, Минераль һыуҙар, Ҡаҙан һәм Өфө ҡалаларынан авиаосоштар ойоштороу мөмкинлеген ҡараны.

Федераль һауа транспорты агентлығының матбуғат хеҙмәтенән: «Рәсәй авиакомпанияларының тура чартер рейстары мәсьәләһен, сит ил авиакомпанияларын йәлеп итеп, ғибәҙәт ҡылыусыларҙы өсөнсө илдәр аша алып барыу мөмкинлеген тикшерҙек», — тип хәбәр иткәндәр.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас: