+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аграрийҙарға ярҙам ҡарала

Санкциялар шарттарында Башҡортостан иҡтисадына ярҙам сараларына арналған брифингта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бәләкәй һөтсөлөк фермалары асырға теләүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

Ул, 2022 йылдың 1 июненә тиклем  федераль ведомство был маҡсатҡа бүлгән аҡсаның 80 проценты субсидия юллаусыларға йүнәлтеләсәк, тине. Шуға ла министрлыҡ грант программаһын ғәҙәттәгенән алдараҡ ғәмәлләштерә башлаған. Әлле “Агростартап” программаһы буйынса проекттар яҡлау тамамланған. “Ғаилә фермаһы” программаһында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул ителә.

Быйыл шулай уҡ Башҡортостан аграрийҙарына льготалы кредитҡа федераль бюджет 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән. Аҡса банктарға төп ставканы компенсациялауға йүнәлтелгән. Был республика аграрийҙарына 5 процентҡа тиклем льготалы ставка менән 11 миллиард һумдан ашыу (шуның 7,5 миллиард һумдан ашыуын алғандар ҙа) кредит алыу мөмкинлеген бирә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: