-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аңлатабыҙ. Башҡортостан

2022 йылдың 20 апреленән Рәсәй Президентының мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустриялар проекттарын тормошҡа ашырыу грантына дәғүәселәрҙең икенсе конкурсына заявкалар ҡабул итеү башланды. Был грант ил башлығы Владмир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтенән һуң былтыр раҫланған.

Тәүге конкурстан һуң Башҡортостанға 27,7 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Унда  22 төбәктән 39 еңеүсе билдәләнгән  ( улар- коммерция булмаған ойошмалар һәм муниципаль учреждениелар). Был һандар менән республика Рәсәйҙең иң яҡшы субьекттары исемлегенә ингән.

Конкурсҡа түбәндәге проекттарҙы тәҡдим итергә мөмкин:

-мәҙәниәт һәм академия( классик) сәнғәт өлкәһе

-тармаҡ- ара, мәҙәниәт һәм кросмәҙәниәт селтәре

-  мәҙәниәт, сәнғәт, креатив индустрия( һанлы технологияларҙы индерергә була) белем биреү һәм остазлыҡ проекттары

-йәш һәләттәрҙе асыҡлау һәм ярҙам итеү

-креатив индустриялар проекттары( әҙәбиәт, нәшер, дизайн, кино, театр, арт, мода, музыка, архитектура, яңы медиа һәм башҡалар)

-фестивалдәр¸премиялар, форумдар үткәреүсе проекттар

-мәҙәниәт, сәнғәт, креатив идустриялар өлкәһендәге стартаптар, поляр мәҙәниәт проекттары.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: