+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда "АпиМир" Халыҡ-ара форумы уҙғарыласаҡ

 2022 йылдың 8-10 сентябрендә Өфөлә «АпиМир» Халыҡ-ара форумын үткәреү планлаштырыла. Сара «Апимондия»  халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһының 47-се Конгрессы урынына уҙғарыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ-ара конгрессҡа Башҡортостан Республикаһы дүрт йыл ярым дауамында әҙерлек алып барҙы һәм ул бөтә ил тарихында иң сағыу һәм күләмле сараларҙың береһе булырға тейеш ине. Әммә 2022 йылдың 7 мартында халыҡ-ара ассоциацияһының башҡарма комитетының ашығыс ултырышында сараны үткәрмәү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

“Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы илдә умартасылыҡтың тотороҡло үҫешенә йүнәлтелгән комплекслы ярҙам саралары күрһәтә, – тине ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин. –  Шуға күрә һуңғы йылдарҙа үҫеш алған тармаҡ  беҙҙең илдә генә түгел, ситтә лә ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Халыҡ-ара форум умартасылыҡ вәкилдәрен берләштерергә, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашырға һәм файҙалы продукциялар етештереүҙә алдынғы технологиялар индереүгә һәм яңы һатыу баҙарын үҙләштереүгә яңы мөмкинлектәр асыр, тип ышанам”.

 “Республика был күләмле халыҡ-ара сараға әҙерлек башланы, «АпиМир» умартасылыҡ буйынса бәхәс ҡороу, фәнни тикшеренеү һәм күргәҙмә майҙансығына әйләнәсәк. Был ваҡиғаға әҙерлек сиктәрендә бал һәм бал продукцияһының сифатын баһаларҙай лаборатория асабыҙ”, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

Фото Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: