-2 °С
Облачно

Өфөлә Матурлыҡ көндәре үтәсәк

27–29 апрелдә Башҡортостандың баш ҡалаһында матурлыҡ индустрияһының бөтә үҫеш йүнәлештәрен сағылдырған уникаль экспопроект үтәсәк. Матурлыҡ көндәре сиктәрендә махсуслаштырылған күргәҙмә һәм  “Алтын һыуһар” конкурсы ойоштороласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Матурлыҡ көндәре үтәсәкӨфөлә Матурлыҡ көндәре үтәсәк
Өфөлә Матурлыҡ көндәре үтәсәк

27–29 апрелдә Башҡортостандың баш ҡалаһында матурлыҡ индустрияһының бөтә үҫеш йүнәлештәрен сағылдырған уникаль экспопроект үтәсәк. Матурлыҡ көндәре сиктәрендә махсуслаштырылған күргәҙмә һәм  “Алтын һыуһар” конкурсы ойоштороласаҡ. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең ун төбәгенән 200-ҙән ашыу билдәле косметика етештереүселәре һәм 100 экспонент ҡатнашасаҡ. «ВДНХ-ЭКСПО» күргәҙмә комплексында асыласаҡ был сарала төрлө һөнәри йүнәлеш: косметология, эстетик медицина, парфюмерия, декоратив косметика, тырнаҡ сервисы, спа-массаж, визаж, сәс һәм керпек үҫтереү, бөҙрәхана эше, татуаж, перманент макияж, матурлыҡ салоны, һөнәри белем алыу, махсус ҡорамалдар буйынса бизнес-майҙансыҡтары урын аласаҡ. Күптән абруй яулаған күргәҙмәлә шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәрендә, презентацияларҙа ҡатнашырға, донъя кимәлендәге бренд продукция менән танышырға мөмкин. Был сара – яңы партнерҙар табыу һәм етештереүселәрҙә, дистрибьюторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу, һатыу баҙарын киңәйтеү маҡсатында уҙғарылған илдәге иң уңышлы проекттарҙың береһе.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас