+1 °С
Облачно


Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Туризм буйынса дәүләт комитетына яңы вәкәләттәр өҫтәлде.
Был турала документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Уға ярашлы, ведомство социаль, ауыл, балалар һәм үҙешмәкәр туризмға ярҙам күрһәтергә тейеш. Комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин һүҙҙәренсә, һауа юлдарында сикләү индереүгә бәйле туризмдың был төрҙәре ҙур популярлыҡ яулай.