+12 °С
Облачно

Милли технологик олимпиаданың һөҙөмтәләре билдәле булды

“Яңы материалдар” йүнәлеше буйынса Милли технологик олимпиаданың һөҙөмтәләре билдәле булды. Һуңғы этаптың командалар ярышында Рәсәйҙең 11 төбәгенән 18 өлкән класс уҡыусыһы ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли технологик олимпиаданың һөҙөмтәләре билдәле булдыМилли технологик олимпиаданың һөҙөмтәләре билдәле булды
Милли технологик олимпиаданың һөҙөмтәләре билдәле булды

“Яңы материалдар” йүнәлеше буйынса Милли технологик олимпиаданың һөҙөмтәләре билдәле булды. Һуңғы этаптың командалар ярышында Рәсәйҙең 11 төбәгенән 18 өлкән класс уҡыусыһы ҡатнашты.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, Башкортостан икенсе йыл рәттән “Яңы материалдар” йүнәлеше буйынса Милли технологик олимпиаданың ойоштороусыһы булып та сығыш яһай. Былтыр был яңы йүнәлеш уңышлы экспертиза үтеп, Технологик түңәрәктәр ассоциацияһы тарафынан хупланды, сараны ойоштороусыһы итеп “Аврора” Һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге билдәләнде. Быйыл иһә беҙҙең Башҡортостан ярыштарҙы үткәреп кенә ҡалманы, ә һынауҙарҙы уйлап табыуҙа ла ҡанташты.

Милли технологик олимпиадала 1 300 уҡыусы ҡатнашырға теләк белдергән ине. Финалға сыҡҡан командалар “электрон тел” йүнәлешендәге мультисенсор системаһын булдырыҙа һынау тотто. Бындай мультисенсор системаһы шыйыҡсаларҙы айыра белергә тейеш, әйтәйек, тәме буйынса һуттарҙы билдәләй ала.  

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас