+19 °С
Облачно

Сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына льготалы кредит өсөн 80 миллиард һум бүленгән

Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, система барлыҡҡа килтергән сәнәғәт һәм сауҙа ойошмаларына ярҙам күрһәтеүҙең махсус кредит программаһына өҫтәмә рәүештә 80 миллиард һум йүнәлтелгән.   

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына льготалы кредит өсөн 80 миллиард һум бүленгәнСәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына льготалы кредит өсөн 80 миллиард һум бүленгән
Сәнәғәт һәм сауҙа предприятиеларына льготалы кредит өсөн 80 миллиард һум бүленгән

Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, система барлыҡҡа килтергән сәнәғәт һәм сауҙа ойошмаларына ярҙам күрһәтеүҙең махсус кредит программаһына өҫтәмә рәүештә 80 миллиард һум йүнәлтелгән. Яңы программа сиктәрендә бындай ойошмалар йылына 11 процент менән льготалы ставка буйынса кредит алырға мөмкин.

Бер предприятие – бер йылға 10 миллиард һумғаса, компаниялар төркөмө 30 миллиард һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Мартта сәнәғәт һәм сауҙа ойошмаларына льготалы кредит программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн хөкүмәттең резерв фондынан 40 миллиард һум бүленгән.

Резерв фондынан өҫтәмә финанслау менән кредит портфеле 1,2 триллион һум тәшкил итә.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас