+13 °С
Ясна

Туризм үҫешенә айырым иғтибар йүнәлтелгән

Башҡортостанда йәйге туристик миҙгелгә әҙерлек нисек бара? Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған интервьюла Башҡортостан Республикаһының туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин һөйләне. Әңгәмә социаль селтәрҙәрендә тура эфирҙа барҙы.

Туризм үҫешенә айырым иғтибар йүнәлтелгәнТуризм үҫешенә айырым иғтибар йүнәлтелгән
Туризм үҫешенә айырым иғтибар йүнәлтелгән

Башҡортостанда йәйге туристик миҙгелгә әҙерлек нисек бара? Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған интервьюла Башҡортостан Республикаһының туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин һөйләне. Әңгәмә социаль селтәрҙәрендә тура эфирҙа барҙы.

Ринат Зөфәр улы белдереүенсә, республика халҡы һәм ҡунаҡтар Башҡортостанда туризм тураһында тулы мәғлүмәтте интернет селтәрҙәренән таба ала. Атап әйтәкәндә, турҙар һәм туристик маршруттар тураһында мәғлүмәтте terrabashkiria.ru сайтынан, шулай уҡ туристик агентлыҡтарҙың сайттарынан һәм социаль селтәрҙәренән, республиканың геопарктары сайттарынан асыҡларға мөмкин.

Йәйге миҙгелдә «Ирәмәл», «Ҡандракүл», «Асылыкүл» тәбиғәт парктарында кеше күпләп ял итә. «Шүлгәнташ» мәмерйәһе  туристарҙы ныҡ ылыҡтыра. Республикала иһә меңдән ашыу мәмерйә бар. Уларҙың бер өлөшө спелеология туризмы өсөн ҡулай һанала.

Туризмды үҫтереүгә килгәндә, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, федераль кимәлдә лә, республиканың үҙендә лә тармаҡҡа ярҙам итеү буйынса комплекслы саралар күрелә. Беҙҙең бурыс – уларҙы дөрөҫ файҙаланыу, ти етәксе. Мәҫәлән, был йәһәттән «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә Туризм буйынса федераль агентлыҡтың грантын атап үтергә мөмкин.

Ринат Зөфәр улы «туристик кэшбек» программаһы тураһында ла аңлатма бирҙе.

Туристик кэшбек ял итеүселәр өсөн дә, туриндустрия тармағы ойошмаларына ла тик файҙа ғына килтерә.  Башҡортостанда программала 8 шифахана, 20-нән ашыу ҡунаҡхана һәм ял итеү үҙәге, 5 төбәк туроператоры ҡатнаша. Башҡортостан халҡы был программа буйынса сәфәргә 30 июнгә тиклем, май байрамдарында ла, сыға ала.

Программаның шарттары үҙгәрешһеҙ ҡала. Ике төндән күберәк сәйәхәткә сығыусылар бөтә төбәктәрҙә ташлама менән файҙалана.  Түләү "Мир" картаһы менән башҡарыла, юл хаҡының 20 проценты биш көн эсендә автоматик рәүештә кире ҡайтарыла. Иң ҙур сумма – 20 мең һум.

Иң мөһиме – һайлап алынған тур йәки шифахана программала ҡатнашырға тейеш. Программа сиктәрендә бер кешегә сәфәрҙәр һаны сикләнмәгән, бөтә ентекле мәғлүмәтте мирпутешествий.рф. сайтында асыҡларға мөмкин.

Ошо уҡ сайтта балалар лагерына кэшбек  менән билет һатып алырға мөмкин. Программала Башҡортостан Республикаһындағы балаларҙы һауыҡтырыу һәм реабилитациялау ойошмалары реестрына индерелгән лагерҙар ҡатнаша.

Әйткәндәй, "балалар кэшбегы" программаһында ҡатнашыусыларға республика биләмәһендә урынлашҡан йәйге лагерҙарҙа ял итеү өсөн һатып алынған путевка хаҡын компенсациялау буйынса льготалар һаҡлана — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡуйған путевка хаҡының 30 процентын, йәғни 5934,6 һумды (йәйге смена осоронда) ҡайтарып алырға мөмкин.

Бының өсөн атай-әсәйҙәргә, путевка өсөн «Мир» картаһы менән мирпутешествий.рф сайты аша түләгәндән һуң, 30 эш көнө эсендә компенсация алыу тураһында ғариза менән бергә баланың уҡыған урыны буйынса мәғариф бүлегенә документтар тапшырырға кәрәк (банк картаһы буйынса иҫәп-хисап ғаризаһы, паспорт, тыуыу тураһында таныҡлыҡ). Бынан һуң, республика бюджетынан 15 эш көнө эсендә аҡса ҡайтарып бирелә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас