+24 °С
Облачно

Башҡортостан Башлығы бизнес-шерифтарҙы уҡытыу тәҡдимен индергән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бизнес-шерифтарҙы уҡытыуҙы ойошторорға тәҡдим иткән. Был хаҡта ул дүшәмбе, 11 апрелдә, Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдергән.

Башҡортостан Башлығы бизнес-шерифтарҙы уҡытыу тәҡдимен индергәнБашҡортостан Башлығы бизнес-шерифтарҙы уҡытыу тәҡдимен индергән
Башҡортостан Башлығы бизнес-шерифтарҙы уҡытыу тәҡдимен индергән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бизнес-шерифтарҙы уҡытыуҙы ойошторорға тәҡдим иткән. Был хаҡта ул дүшәмбе, 11 апрелдә, Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдергән.

«Үткән аҙнала улар менән осраштыҡ. Уларҙы уҡытыуҙы ойошторорға ине. Ошо йүнәлеш өҫтөндә бергәләп эшләргә кәрәк», — тине Хәбиров.

2019 йылда Башҡортостан Башлығы башланғысы менән бизнес-шерифтар институты асылғайны. Маҡсаты — эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, уңайлы эшлекле һәм инвестиция мөхите булдырыу.

Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәтендә бизнес-шерифтар менән осрашты. Иҡтисадҡа ярҙам саралары һәм санкция баҫымына бәйле яңы саҡырыуҙар тикшерелде.

«Алдығыҙға ҡуйылған төп бурыс — эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ, инвестициялар йәлеп итеү. Һеҙ ошо йүнәлеш менән генә шөғөлләнһен өсөн муниципалитет башлыҡтарынан һеҙгә башҡа эш йөкмәтмәүҙәрен һораным. Сөнки был — ғәйәт ҙур эш,  — тине Радий Хәбиров осрашыуҙа. — Ике йыл ярым үткәс, бизнес-шерифтар институты эшләй тип әйтә алам. Республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү, уны яҡлау эше менән шөғөлләнгән шәп команда барлыҡҡа килде. Беҙҙең тәжрибәне федераль кимәлдә лә юғары баһаланылар».

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас