

Башҡортостанда ағымдағы йылдың ике айында сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 1,4 тапҡырға артҡан. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” төбәк проекты сиктәрендә 595,5 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
Март башына ҡарата күп фатирлы йорттар төҙөү өсөн бирелгән 297 рөхсәт ҡағыҙы үҙ көсөндә ҡала килә. Ә был, республикала яңы йорттар тағы буласаҡ әле, тигәнде аңлата.
Рәсәйҙә льготалы ипотека программаһы һаҡлана һәм уның лимиттары арта. Ил Хөкүмәте ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа ла торлаҡ һатып алыу һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн бөтә сараларҙы күрә.
Мәҫәлән, 2022 йылдың 1 апреленән льготалы программа сиктәрендә баш ҡала төбәктәрендә (Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе) – 12 миллион һумға, башҡа төбәктәрҙә 6 миллионға тиклем ипотека алырға мөмкин.
Ғаилә ипотекаһы шарттары һаҡлана. Уны элеккесә – 6 %, ауыл ипотекаһын – 3 %, ә Алыҫ Көнсығышҡа ҡағылғанын 2 % менән юллап була. Йыл башында әсәлек капиталын индексациялау ҙа торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн халыҡтың мөмкинлектәрен киңәйтә.
Рәсәй Хөкүмәте торлаҡҡа һәм төҙөлөш материалдарына хаҡтар артыуын туҡтатыу өсөн дә саралар күрә. Төҙөлөштө заем алыусыларға кредит биргән банктарға субсидиялар иҫәбенә әүҙемләштерә.