

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 2021 йылдың 1 мартынан башланғыс алған "Атайсал” проекты уңышлы эшләй, унда ошо арауыҡ эсендә 5 481 проект ғәмәлгә ашырылған, уларҙы финанслау күләме 570 миллион һумдан ашҡан.
“Атайсал – кесе ватан” проекты сайтында Рәсәйҙең егерме төбәгенән 2100 ҡатнашыусы теркәлгән. Унда Башҡортостанда тыуып, әлеге көндә сит илдә йәшәгәндәр ҙә ҡатнаша.
Бөгөнгө көндә иң тырыштар иҫәбендә – Мәләүез, Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Салауат райондары. Шулай уҡ Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Өфө ҡалалары – алдынғылар рәтендә.
“Атайсал” проектын бойомға ашырыу йомғаҡтары буйынса 29 апрелдә Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” форумы уҙасаҡ. Республика муниципалитеттарында яҡташтар менән осрашыуҙар 30 апрелдә буласаҡ. Ошо уҡ көндә Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондарында Хәтер көнө лә үтәсәк.
– “Атайсал” проекты һөҙөмтә бирә, – тип билдәләгән Радий Хәбиров. – Яҡташтарыбыҙҙың тыуған яғына ярҙамын дәлилләгән миҫалдар күп! Мәҫәлән, “Базы” предприятиеһының генераль директоры Вадим Соколов Саҡмағош районында 37 миллион һумдан ашыулыҡ 16 проектты тормошҡа ашырған, Алексей Казанин тыуған Фёдоровка районы үҫешенә 15 миллион һум аҡса бүлгән, эшҡыуар Руслан Ғирфанов Баймаҡ ҡала дауаханаһына 13,5 миллион һумға медицина ҡорамалдары һатып алған.
Фото Башҡортостан Республикаһының рәсми порталынан алынды.