+13 °С
Ясно

8-17 йәшлек бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйылған

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 8-17 йәшлек балаһы булған ғаиләләргә матди ярҙам тураһындағы указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Аҡса мохтаждарға түләнәсәк.

8-17 йәшлек бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйылған8-17 йәшлек бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйылған
8-17 йәшлек бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйылған

Рәсәй Президентының 8-17 йәшлек балаһы булған ғаиләләргә матди ярҙам тураһындағы указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Аҡса мохтаждарға түләнәсәк.

Был башланғыс тураһында дәүләт башлығы 8 мартта белдерҙе. Ярҙам сараһы 1 апрелдән ғәмәлгә индерелә. Аҡса 2022 йылдың майында түләнә башлаясаҡ. Указды тормошҡа ашырыу өсөн 500 миллиард һум бүленгән.

Әйткәндәй, түләүҙәр килеме йән башына йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләргә бирелә. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре сайтында бирергә, һуңынан Рәсәй Пенсия фонды бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә була.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:
Читайте нас