

– Санкциялар, иҡтисадтың башҡа күп тармаҡтарындағы кеүек, аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫеше өсөн дә яңы мөмкинлектәр асты.
"Турбаҫлы бройлерҙары" – быға асыҡ миҫал. Унда тиҙ туҡланыу селтәрҙәре өсөн тауыҡ итенән ярымфабрикаттар етештереү буйынса яңы цех асылды. Сит илдән продукцияларға сикләү ҡуйылған ҡатмарлы шарттарҙа республика етештереүселәре туҡланыу предприятиеларын сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә әҙер. Яңы цех эш башлау менән өҫтәмә 75 эш урыны булдырылды. Бында айына 120 тонна продукция етештерелә, яҡын арала күләмен 300 тоннаға тиклем арттырырға ниәтләйҙәр.
“Турбаҫлы бройлерҙар"ында модернизациялау тамамлана – етештереү ҡеүәте 60 мең тоннаға иҫәпләнгән ҡошсолоҡ комплекстары үҙгәртеп ҡорола. Предприятие бөгөнгө көндә эске һәм тышҡы баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә әҙер. Ҡошсолоҡ хужалығына сит төбәктәргә ҡош итен етештереү һәм эшкәртеү буйынса холдингтың таяныс предприятиеһы булырға тура киләсәк. Беҙҙең продукция Ҡытайға, Молдавияға, Үзбәкстанға, Вьетнамға оҙатыласасаҡ. Предприятие 54 000 тоннанан ашыу ит, 44 миллиондан ашыу йомортҡа, 7000 тоннанан ашыу колбаса, деликатес, ярымфабрикаттар етештерә.
Урындағы аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең етди уңыштары һөйөндөрә. Беҙ артабан да алға барабыҙ, эшләйбеҙ, – тип яҙа "Турбаҫлы бройлерҙары" ойошмаһы хаҡында республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрендәге сәхифәһенән алынды.