+19 °С
Облачно

Башҡортостанда икмәк бешереү предприятиеларына 64 миллион һум аҡса бүленәсәк

Быйыл дәүләт ярҙамы тарафынан республиканың икмәк етештереү тармағына 64 миллион һум аҡса бүленәсәк, был үткән йыл менән сағыштырғанда 8 миллион һумға күберәк.

Башҡортостанда икмәк бешереү предприятиеларына 64 миллион һум аҡса бүленәсәкБашҡортостанда икмәк бешереү предприятиеларына 64 миллион һум аҡса бүленәсәк
Башҡортостанда икмәк бешереү предприятиеларына 64 миллион һум аҡса бүленәсәк

Быйыл дәүләт ярҙамы тарафынан республиканың икмәк етештереү тармағына 64 миллион һум аҡса бүленәсәк, был үткән йыл менән сағыштырғанда 8 миллион һумға күберәк. Ярҙам икмәк һәм икмәк-ҡалас ризыҡтарына хаҡтарҙы бер кимәлдә тотоуға булышлыҡ итәсәк, тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

 – Икмәк һәм икмәк-ҡалас ризыҡтары етештереү өсөн төп стратегик сеймал – иген, –  тине министр. – Беҙ уны байтаҡ күләмдә – йыл ярымға етерлек итеп етештерәбеҙ. Игенгә хаҡ артыуға сәбәп юҡ. Ә ҡалған сығымдар субсидиялар иҫәбенә ҡапланасаҡ, икмәк бешереү предприятиеларына беҙ уларҙы тиҙҙән түләй башлаясаҡбыҙ. Шуға күрә быйыл өҫтәлдәге төп ризыҡҡа хаҡ артыу көтөлмәй.

Мәғлүм булыуынса, бешереп һатылған һәм 5 тәүлеккә тиклем һаҡланған икмәк ризыҡтарының 2,5 һумын субсидия ҡаплай.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан. 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас