+19 °С
Облачно

Республикала “Мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие – ауыл хужалығы министрлығы – мәғариф министрлығы” системаһында берҙәм белем биреү киңлеге ойошторола

Башҡортостанда “Мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие – ауыл хужалығы министрлығы – мәғариф министрлығы” системаһында берҙәм белем биреү киңлеге ойоштороласаҡ. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, килешеүҙәргә ярашлы республика ауыл агросәнәғәт комплексы ойошмалары өсөн өҫтөнлөклө, шулай уҡ киң һорау менән ҡулланылған һөнәрҙәр һәм йүнәлештәр буйынса квалификациялы кадрҙар әҙерләү һәм артабан уларҙы эшкә урынлаштырыу күҙ уңында тотола.

Республикала “Мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие – ауыл хужалығы министрлығы – мәғариф министрлығы” системаһында берҙәм белем биреү киңлеге ойошторолаРеспубликала “Мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие – ауыл хужалығы министрлығы – мәғариф министрлығы” системаһында берҙәм белем биреү киңлеге ойошторола
Республикала “Мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие – ауыл хужалығы министрлығы – мәғариф министрлығы” системаһында берҙәм белем биреү киңлеге ойошторола

Башҡортостанда “Мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие – ауыл хужалығы министрлығы – мәғариф министрлығы” системаһында берҙәм белем биреү киңлеге ойоштороласаҡ. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, килешеүҙәргә ярашлы республика ауыл агросәнәғәт комплексы ойошмалары өсөн өҫтөнлөклө, шулай уҡ киң һорау менән ҡулланылған һөнәрҙәр һәм йүнәлештәр буйынса квалификациялы кадрҙар әҙерләү һәм артабан уларҙы эшкә урынлаштырыу күҙ уңында тотола.

Әлеге көндә Башҡортостанда 32 агрокласс булдырылған һәм уларҙа 600-ҙән ашыу бала уҡый. Улар өсөн дәрес сиктәрендә республиканың алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларына экскурсиялар ойошторола, уҡыусылар фәнни учреждениеларҙың тәжрибә баҫыуҙарында була, ғалимдар менән осраша.

Берҙәр белем биреү киңлеге сиктәрендәге уҙ-ара бәйләнеш уҡытыу учреждениеларында аграр университет ғалимдары ҡурсыулығында уҡыусылар өсөн фәнни тикшереүҙәр үткәреү өсөн махсус кластар булдырыуҙы финанс яҡтан тәьмин итеү ҡарала.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас