+19 °С
Облачно

Сит илдә ял иткән 3187 турист өйөнә ҡайтҡан

24 февралдән Башҡортостанға 3187 турист ҡайтҡан. Сит илдә ҡалған тағы 119 кеше тыуған яҡҡа ҡайтыу мөмкинлеген көтә .

Сит илдә ял иткән 3187 турист өйөнә ҡайтҡанСит илдә ял иткән 3187 турист өйөнә ҡайтҡан
Сит илдә ял иткән 3187 турист өйөнә ҡайтҡан

  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Хөкүмәттә үткәргән кәңәшмәһендә Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ошо мәсьәлә хаҡында һөйләгән. Республиканың ситуацион үҙәгенә Башҡортостанда йәшәүселәрҙән 187 мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 75-е – уҙған аҙнала. Кисә 74 турист Рәсәйгә ҡайтыу бәхетенә өлгәшкән, тағы 105 кеше был мөмкинлекте көтә, араларынан 86-һы туроператор аша сит илгә юлланған, ҡалғаны үҙ аллы турист. Радий Фәрит улының ярҙамы менән яңыраҡ бәләкәй генә сабыйлы ғаиләне тыуған яҡҡа ҡайтарыу форсаты яҙған. “Мысырҙан осоуға бәйле ҡатмарлыҡтар бар. Әле унда туроператорҙар аша киткән 119 кеше ҡалған,  Ростуризм, консуллыҡ менән бәйләнештәбеҙ, яҡташтарыбыҙҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ һәм мәсьәләне хәл итәбеҙ”, – тигән Маргарита Балычева.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сыйтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас