+12 °С
Облачно

БДУ ғалимдары экологик яҡтан хәүефһеҙ ашлама уйлап тапҡан

Евразия Фәнни белем биреү үҙәге тикшеренеүселәре, Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты ғилми коллективы көкөрт нигеҙендә экологик яҡтан хәүефһеҙ яңы универсаль минераль ашлама уйлап тапҡан.  «Агровить – NS» ашламаһы орлоҡтоң тиҙ шытып тамыр йәйеп китеүенә булышлыҡ итә һәм ауырыуҙарҙан һаҡлай.

БДУ ғалимдары экологик яҡтан хәүефһеҙ ашлама уйлап тапҡанБДУ ғалимдары экологик яҡтан хәүефһеҙ ашлама уйлап тапҡан
БДУ ғалимдары экологик яҡтан хәүефһеҙ ашлама уйлап тапҡан

Евразия Фәнни белем биреү үҙәге тикшеренеүселәре, Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты ғилми коллективы көкөрт нигеҙендә экологик яҡтан хәүефһеҙ яңы универсаль минераль ашлама уйлап тапҡан.  «Агровить – NS» ашламаһы орлоҡтоң тиҙ шытып тамыр йәйеп китеүенә булышлыҡ итә һәм ауырыуҙарҙан һаҡлай. Уның төп өҫтөнлөгө шунда: бойҙай һәм башҡа иген культуралары бөртөгөндә аҡһым матдәһе күпләп бүленә һәм был, үҙ сиратында, нитраттарҙың аҡһымлы азотҡа әйләнеүенә килтерә – һөҙөмтәлә тәбиғи рәүештә ҡый үләндәре юҡ ителә.

«Беҙҙең аграрийҙар ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыуға, төп туҡланыу ризыҡтары менән Башҡортостанды ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрен дә тәьмин итеүгә әҙер, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Шул уҡ ваҡытта беҙ ғалимдарҙың ауыл хужалығы өлкәһендә сит ил аналогтарын алмаштырырлыҡ ҡына түгел, ә алдынғы асыштарына өмөт итәбеҙ. «Агровить – NS» ашламаһы беҙҙең ғалимдарҙың мөмкинлектәрен тағы ла бер тапҡыр раҫлай, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға оптимизм уята.  Бөгөн ауыл хужалығы, төҙөлөш, ветеринария өлкәһендә магний, барий, стронций, литий, натрий, калий һәм кальций полисульфидтары нигеҙендә инновацион продукттар етештереү тәжрибәһе киң файҙаланыла».

 «Агровить – NS» төп өҫтөнлөгө – урындағы ғына сеймалды ҡулланып, инновацион  продукция етештереү», – тип билдәләне Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин. Шулай итеп, беҙҙең ғалидар, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы сиктәрендә агросәнәғәт өлкәһенең уңышлы эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индерә. «Агровить – NS» ашламаһы Башҡортостандың ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында һәм Төркиәлә баҫыу шарттарында уңышлы һынауҙар үткән.  Проект һөҙөмтәләре American-Eurasian Journal of Agricultural &  Environmental Sciences, «Известия вузов. Прикладная химия и биотехнология», «Вестник науки и образования Северо-Запада России»   кеүек  мәртәбәле журналдарҙа баҫылған.   

«Көкөрт нигеҙендәге был препарат уңышты 10-12 процентҡа арттыра.  Ашлама менән эшкәртеүҙән һуң үҫемлектәрҙең үҫеше барышында төҫө үҙгәреү (хлороз), деформация (үле туҡымалар барлыҡҡа килеү)  кеүек кире йоғонтолар бөтөнләй күҙәтелмәй», – тип һөйләй тикшеренеү төркөмө етәксеһе, профессор, техник фәндәр докторы Исмаил Мәссәлимов. Ашлама Рәсәй, Төркиә һәм Белоруссия ауыл хужалығы ойошмаларында ҡулланылып, үҙенең ҙур уңышлылығын иҫбатлаған.  

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан.

 

  

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас