+23 °С
Ясно

Кризисҡа ҡаршы Проект офисы ултырышында республиканың банк һәм бизнесҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде

Кризисҡа ҡаршы Проект офисының сираттағы ултырышында республиканың банк тармағын, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһен үҫтереү менән бәйле саралар тикшерелде.

Кризисҡа ҡаршы Проект офисы ултырышында республиканың банк һәм бизнесҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелдеКризисҡа ҡаршы Проект офисы ултырышында республиканың банк һәм бизнесҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде
Кризисҡа ҡаршы Проект офисы ултырышында республиканың банк һәм бизнесҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде

Кризисҡа ҡаршы Проект офисының сираттағы ултырышында республиканың банк тармағын, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһен үҫтереү менән бәйле саралар тикшерелде.

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта билдәләнеүенсә, санкциялар һөҙөмтәһендә иң ҙур зыян күргән тармаҡтарҙың береһе – финанс өлкәһе. Банк системаһының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге иҡтисад үҫешенә туранан-тура тәьҫир итә. Әлеге көндә банктар тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләп, түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарып килә. “Беҙҙең дөйөм маҡсат – санкцияларҙың кире йоғонтоларын һәм социаль-иҡтисади юғалтыуҙарҙы мөмкин тиклем кәметеү”, – тине үҙ сығышында Андрей Назаров. Ул белдереүенсә, граждандар өсөн ярты йылға кредит каникулдары булдырылған. Бер миллион һумдан артҡан банк вкладтары буйынса килемгә һалымдан ваҡытлыса азат ителеү ҡаралған. Кризисҡа ҡаршы программа сиктәрендә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектары өсөн льготалы кредит бүленә. Бының өсөн Рәсәй банкында 500 млрд. һум күләмендә лимит раҫланған. Башҡортостан буйынса Милли банк бүлексәһе идарасыһы Марат Кашапов, ултырышта сығыш яһап, банктарға кредиттарҙы ҡайтанан ҡарап сығырға, пени һәм штрафтар билдәләмәҫкә тәҡдим ителеүен, кредит һәм микрофинанс ойошмаларына, кредит-ҡулланыусылар кооперативтарына 2022 йылдың 31 декабрына тиклем бурыстары булған граждандарҙы торлаҡтарынан бушатыуҙы талап итмәҫкә тәҡдим итеүен билдәләне.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас